+8 °С
Болотло
Район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев үткәргән оператив кәңәшмәлә юлсылар белдереүенсә, асфальт-бетон заводы тулы ҡеүәт менән эшләп тора. Завод етештергән асфальт капиталь ремонт барған Сибай – Аҡъяр юлына йүнәтелә. Атап үтелгән юлды ремонтлау буйынса эштәр дауам итә. Район башлығы Фәнис Әминев юлдарға иғтибар ныҡлы булырға тейешлеген әйтеп, халыҡтың һәр мөрәжәғәтен эшкә алырға ҡушты.