Һаҡмар
+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Сентябрь 2023, 16:05

Сәләмәт булып ҡартай!

Республикала сәләмәт ҡартайыуҙы популярлаштырыу аҙналығы бара. Илдә халыҡтың тормош сифатын яҡшыртыу һәм һаҡлау милли маҡсаттарҙың береһе булып тора. 2030 йылға граждандарҙың ғүмер оҙайлығын 78 йылға тиклем еткереү бурысы ҡуйылған.Бының өсөн “Демография” милли проектының “Өлкән быуын” федераль проекты әҙерләнгән. Милли проекттың төп маҡсаты – кешеләр йәшкә бәйле үҙгәрештәр һәм хроник сирҙәр һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән сикләүҙәрҙән тыш оҙағыраҡ йәшәһен өсөн шарттар булдырыу.

Республикала сәләмәт ҡартайыуҙы популярлаштырыу аҙналығы бара. Илдә халыҡтың тормош сифатын яҡшыртыу һәм һаҡлау милли маҡсаттарҙың береһе булып тора. 2030 йылға граждандарҙың ғүмер оҙайлығын 78 йылға тиклем еткереү бурысы ҡуйылған.Бының өсөн “Демография” милли проектының “Өлкән быуын” федераль проекты әҙерләнгән.

Милли проекттың төп маҡсаты – кешеләр йәшкә бәйле үҙгәрештәр һәм хроник сирҙәр һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән сикләүҙәрҙән тыш оҙағыраҡ йәшәһен өсөн шарттар булдырыу.

“Өлкән быуын” федераль проекты оло йәштәгеләрҙең сәләмәтлеген һәм именлеген яҡшыртыуға йүнәлтелгән сараларҙың комплекслы системаһын барлыҡҡа килтереүгә йүнәлтелгән. Программаның бер өлөшө – өлкәндәр өсөн медицина хеҙмәттәренән файҙаланыу мөмкинлеген арттырыу. Уға вакцинация, иҫкәртеү тикшереүҙәре, диспансер күҙәтеүе, йығылыуҙарҙы һәм имгәнеүҙәрҙе иҫкәртеү кеүек саралар инә. Комплекслы медицина ярҙамы сәләмәтлекте һаҡлауҙан тыш, өлкәндәрҙең илдең иҡтисади үҫешенә лайыҡлы өлөш индереүенә булышасаҡ.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: