Роботехника, мәғлүмәттәр базаһы әҙерләү, бизнес-планлаштырыу һәм менеджмент, фитнес-инструктор, репетиторлыҡ, педагогика һәм психология йүнәлештәре буйынса бушлай белем алырға мөмкин. Тулыраҡ мәғлүмәт менән Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты сайтында танышырға мөмкин. Бында 20-нән ашыу программа тәҡдим ителә. Шунда уҡ курстарға яҙыла торған инструкцияны ла табырға мөмкин.
Бушлай уҡыу мөмкинлеге менән түбәндәгеләр ҡуллана ала:
1. Ойошма бөтөрөлөүгә йәки штатты ҡыҫҡартыуға бәйле эштән сығарыу ҡурҡынысы янаған 35 йәшкә тиклемге йәштәр; диплом алғандан һуң 4 ай дауамында эш таба алмағандар; мәшғүллек хеҙмәте үҙәгенә мөрәжәғәт итеп тә, күңеленә ятҡан һөнәрҙе таба алмаған колледжд йәки юғары уҡыу йортоноң һуңғы курс студенттары (йүнәлтмә менән уҡығындарға ҡағылмай); хәрби хеҙмәттән саҡырыу буйынса хеҙмәт итеп ҡайтҡандан һуң 4 айҙан ашыу эшһеҙ ятҡандар.
2. Өс йәшкә тиклемге бәпестәрен ҡарап өйҙә ултырған отпускылағы ҡатын-ҡыҙҙар.
3. Ете йәшкә тиклемге балалар менән өйҙә ултырған эшһеҙ ҡатын-ҡыҙҙар.
4. Эштән бушатылыу хәүефе янаған (тулы булмаған эш режимын индереү, эше ваҡытлыса туҡтатылыу, эш хаҡын һаҡлап ҡалынмаған отпускыға ебәреү, хеҙмәткәрҙәрҙе эштән бушатыу саралар күреү) хеҙмәткәрҙәр.
5. 50 һәм унан да өлкән йәштәге, пенсия йәше етеп килгән граждандар.
6. Мәшғүллек хеҙмәте үҙәгендә теркәлгән граждандар.
7. ДНР стратегик тәғәйенләнештәге ракета ғәскәрҙәре, ЛНР Халыҡ милицияһы, 11.05.2014 йылдан ДНР һәм ЛНР Һауа-десант ғәскәрҙәре ғәскәрҙәре һәм Стратегик тәғәйенләнештәге ракета ғәскәрҙәре органдары составында хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡандардар.
8. СВО-ла ҡатнашҡан хәрби хәрәкәттәр ветерандары.
9. Һәләк булған СВО ветерандарының ғаилә ағзалары.
10. Украина граждандары һәм Украина биләмәһендә даими йәшәгән, ҡасаҡтар танытмаһын йәки Рәсәй Федерацияһы территорияһында ваҡытлыса һыйыныу урыны биреү тураһындағы таныҡлыҡ алған граждандар.
Уҡыу программаһын үтеп бөткәндәр квалификация күтәреү тураһындағы таныҡлыҡ йәки һөнәри белем алыу тураһындағы диплом бирелә.