Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
10 Сентябрь 2023, 13:20

Бында гәзиттең ысын дуҫтары йәшәй

Ишмөхәмәттә Гәзит яҙылыусы көнө үтте

Бында гәзиттең ысын дуҫтары йәшәйБында гәзиттең ысын дуҫтары йәшәй
Бында гәзиттең ысын дуҫтары йәшәй

Берҙәм тауыш биреү көнөндә Ишмөхәмәттә Гәзиткә яҙылыусы көнө ойошторолдо, уны үткәреүгә ауыл биләмәһе хакимиәте коллективы, мәҙәниәт, почта хеҙмәткәрҙәре, йәмәғәт ойошмалары етәкселәре күп көс һалды.

Барлығы 43 кеше "Һаҡмар" гәзитенә яҙылып, Ишмөхәмәт ауыл биләмәһе, урындағы почта бүлексәһе, редакция әҙерләгән бүләктәрҙе отоп ҡыуанды.

Подписканы ойоштороуға Ишмөхәмәт ауылы китапханасыһы Асия Үлйәбаева, ветерандар советы рәйесе, гәзиттең әүҙем хәбәрсеһе Хазина Исҡужина, "Шатлыҡ" халыҡ театры етәксеһе Гөлдәр Латыпова, ағинәйҙәр ҡоро рәйесе Миңһылыу Сәлимова, почта бүлексәһе начальнигы Мәрйәм Тимербулатова, мәҙәни ойоштороусы Резеда Әбүбәкирова күп көс һалды.

"Һаҡмар" гәзитенә яҙылыу дауам итә.

Автор:Азамат Мухаметшин
Читайте нас