Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
7 Сентябрь 2023, 14:55

Төркмәндәр яңы үрҙәргә артыла

Беренсе Төркмән мәктәбенә "Белем биреүҙең мәктәп системаларын модернизациялау" федераль проекты ярҙамында быйыл капиталь ремонт үткәрелде һәм бөгөн танырлыҡ та түгел.

Төркмәндәр яңы үрҙәргә артылаТөркмәндәр яңы үрҙәргә артыла
Төркмәндәр яңы үрҙәргә артыла

Бөгөн Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Ришат Ишембәтов эш сәфәре менән Моҡас ауыл биләмәһендә булды.Ул реконструкцияланған  Беренсе Төркмән мәктәбе менән яҡындан танышты,уның директоры Зәһүрә Ҡаһарманова оҙатыуында кабинеттарҙы ҡараны, уҡыусылар һәм  педколлектив менән осрашты.

Һис шикһеҙ, бында ғәйәт ҙур эш атҡарылған, мәктәп үҙенең күркәмлеге һәм заман шарттарына тулыһынса яуап биреүе менән таң ҡалдыра.Зәһүрә Сәғәҙәт ҡыҙының оҫта етәкселегендә коллектив уҡыу-тәрбиә процесында яҡшы һөҙөмтәләргә ирешә.

Р.Ишембәтов осрашыу барышында Ҡоролтай ҡарарҙарын урында тормошҡа ашырыу,  башҡорт баҫмаларына яҙылыу мәсьәләләре менән дә ҡыҙыҡһынды.Әйткәндәй, коллективта эшләүселәрҙең барыһы ла һәр саҡ "Һаҡмар"ға яҙыла һәм башҡаларға өлгө булып тора.

Автор:Азамат Мухаметшин
Читайте нас