Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
7 Сентябрь 2023, 15:36

Әхмәрҙә Ҡоролтайҙың күсмә ултырышы үтте

Бөгөн Әхмәрҙә "Сәләмәт ауыл" район конкурсына ярашлы шәп сара үтте

Әхмәрҙә Ҡоролтайҙың күсмә ултырышы үттеӘхмәрҙә Ҡоролтайҙың күсмә ултырышы үтте
Әхмәрҙә Ҡоролтайҙың күсмә ултырышы үтте

Әхмәр ауылында район башҡорттары ҡоролтайының күсмә ултырышы үтте.Унда Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Ришат Ишембәтов, Моҡас ауыл биләмәһе башлығы Нияз Атанғолов, ауыл халҡы ҡатнашты.

Сарала "Сәләмәт ауыл", Сылтыр шишмә" проекттарына ярашлы атҡарылған эштәргә баһа бирелде, башҡорт матбуғатына яҙылыу, ауылды төҙөкләндереү, Уҡытыусы һәм остаз йылына арналған Ҡоролтай конкурсы сиктәрендә төрлө саралар үткәреү, милләтебеҙҙең бөгөнгөһө һәм киләсәге кеүек мөһим мәсьәләләр көн үҙәгенә сығарылды.

Әйтергә кәрәк, әхмәрҙәр Ҡоролтай проекттарын тормошҡа ашырыу буйынса ҙур эш алып бара, күптәргә үрнәк күрһәтә. Сәфәр барышында улар төҙөкләндерелгән өс шишмә менән таныштырҙы.

Сарала Ришат Вәкил улы ауылдың йәмәғәт  тормошонда әүҙем ҡатнашҡандарға район Ҡоролтайының Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.

 

Автор:Азамат Мухаметшин
Читайте нас