+24 °С
Ямғыр


Ишмырҙанан "Р.Ғ. Рәсүлев" КФХ-һында, көндәр аяҙыу менән, иген культураларын урып-һуғыу эштәре йәнләнде.Әле предприятие игенселәре Кәмәтау баҫыуында 150 гектар биләгән бойҙайҙы йыйыу эштәре менән мәшғүл.
Әйтергә кәрәк, хужалыҡ районда иң һөҙөмтәле эшләүсе предприятиеларҙан һанала.Ураҡ кампанияһы ла бында ойошҡанлы дауам итә, һәр кем аяҙ көндө мөмкин тиклем тулыраҡ файҙаланырға тырыша, дөйөм уңышҡа тос өлөш индерә.
Ураҡтан репортажды гәзиттең ошо һанында уҡырһығыҙ.