+21 °С
Болотло


Баймаҡ ҡалаһын төҙөкләндереү, юлдарҙы ремонтлау, яңы объекттар төҙөү буйынса һуңғы йылдарҙа байтаҡ эштәр башҡарыла.Бында төрлө республика һәм федераль программаларҙың ярҙамы ҙур.
Дауахана биҫтәһендәге Тыныслыҡ урамында йәйәүлеләр зонаһын һәм шул биләмәне төҙөкләндереү "Уңайлы ҡала мөхите" федераль программаһы ярҙамында тормошҡа ашырыла.Ул 2024 йылда ла дауам итәсәк.Әле был биләмәлә тротуарҙар һалына, урамды яҡтыртыу селтәрҙәре яңыртыла.