Новости
1 Сентябрь 2023, 07:30

Юлдар ҡасан ремонтланыр?

– АТП-нан алып Максим Горький урамындағы юл сатына тиклем участканы ҡасан ремонтларҙар икән? Шул уҡ ваҡытта Батыр Вәлид урамындағы юлдар ҙа соҡор-саҡыр. Асфальттың өҫкө ҡатын алып ташлағас, моғайын, шунда уҡ яңыһын да һалырға кәрәктер бит.   

Был һорауға район хакимиәте башлығы урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Алексей Власов яуап бирә: 

– Ленин урамындағы, йәғни АТП-нан алып Максим Горький урамындағы юл киҫелешенә тиклемге участканы ремонтлау контракт буйынса 30 сентябргә тиклем билдәләнгән. Һорауҙарығыҙ булһа, район хакимиәтенең төҙөлөш бүлегенә 3-11-96, 3-10-20 телефондары буйынса мөрәжәғәт итергә мөмкин.

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас