Новости
31 Август 2023, 06:40

Ил өсөн фән һәм юғары белем биреү планын бирәсәк

Уникаль объект булған Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусы - илдә тәүге юғары кимәлдәге кампус булып тора. Ул ил өсөн фән һәм юғары белем биреү планын бирәсәк.

Ил өсөн фән һәм юғары белем биреү планын бирәсәкИл өсөн фән һәм юғары белем биреү планын бирәсәк
Ил өсөн фән һәм юғары белем биреү планын бирәсәк

Өфөләге вуз-ара студенттар кампусы проектын тормошҡа ашырыу тураһында вуз-ара кампус төҙөлөшөнөң проект офисы етәксеһе урынбаҫары Сергей Гладких һөйләне.

Бер проектта бер юлы бер нисә университет берләштереләсәк. Төп кешеләр - студенттар, тап улар йәшәү һәм эшләү ҡағиҙәләрен яҙып барасаҡ. 

Кампустың бурысы - ил буйынса иң яҡшыһы булыу һәм донъя кимәленә сығыу, Өфө студенттарына юғары дәрәжәле белем биреүҙе тәьмин итеү.

Кампус белем биреүҙең, тормоштоң һәм аралашыуҙың яңы сифатын бирә.

Уның урыны - бик уңышлы. Ул Өфөнөң тарихи һәм мәҙәни үҙәгендә урынлашҡан. Беренсе бина 2023 йылдың декабрендә эшләй башлай. Төҙөлөш тулы ҡеүәттә бара.

Иң тәүҙә яңы кампус - Өфө дәүләт нефть техник университеты, Өфө дәүләт нефть техник университеты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты студенттары өсөн файҙалана аласаҡ.

 Тулыраҡ мәғлүмәт видеола. 

 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас