Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
30 Август 2023, 12:08

Путин Игорь Шувалов менән эшлекле осрашыу үткәргән

Владимир Путин «ВЭБ.РФ» дәүләт үҫеш корпорацияһы рәйесе Игорь Шувалов менән эшлекле осрашыу үткәрҙе. Ойошманың эшмәкәрлеге тикшерелде.  

Путин Игорь Шувалов менән эшлекле осрашыу үткәргәнПутин Игорь Шувалов менән эшлекле осрашыу үткәргән
Путин Игорь Шувалов менән эшлекле осрашыу үткәргән

И.Шувалов әйтеүенсә, Банк секторын һәм дөйөм алғанда корпоратив секторҙы көйләү бөгөн үҙенең эшмәкәрлеге тураһында аныҡ ҡына мәғлүмәт бирмәҫкә мөмкинлек бирә. Бының ваҡытлыса сара булыуын аңлайбыҙ - был хаҡта Рәсәй Федерацияһының Үҙәк банкынан да даими ишетәбеҙ. Әммә, 2022 йыл йомғаҡтары беҙҙең өсөн позитив күренә, шул иҫәптән капитал баҙарында беҙҙең контрагенттар менән үҙ-ара эш итеү өсөн, Хөкүмәт менән килешеп, ҡайһы бер мәғлүмәттәрҙе асырға ҡарар иткәндәр. Бөгөнгө көндә ВЭБ-тың үҙ капиталы - 785 миллиард һум һәм капитал күләменең юғары коэффициенты - 15,1 процент. Закон буйынса, ул ун проценттан кәм булмаҫҡа тейеш. Капиталдың етешмәүе 11 процентҡа яҡынлашҡанда, Үҙәк банк һәм Хөкүмәт менән фекер алышыу өсөн был предмет булып тора, әммә хәҙер бында запасы етерлек. ВЭБ эшләгән бөтә кредиторҙарға, шул иҫәптән сит ил кредиторҙарына ла ошондай мәғлүмәт бирә.

«Проектлы финанслау фабрикаһы» үҙенең тәүге ҡағиҙәләре буйынса проектты башлап ебәреүсе капиталдың 20 процентын талап итә. Әлегә алдағы ике йылға инвестор 15 процент күрһәтә ала тигән ҡарар ҡабул иткән.

 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас