Новости
28 Август 2023, 05:56

Баймаҡ егете таң ҡалдырҙы

Мирас Үҙәнбаев Санкт-Петербургта Башҡортостан Республикаһы көндәрендә сығыш яһаны

Баймаҡ егете таң ҡалдырҙыБаймаҡ егете таң ҡалдырҙы
Баймаҡ егете таң ҡалдырҙы

Унда Баймаҡ районының Ғүмәр ауылы егете үҙенең таланты, сәсәнлек һәләте, төрлө музыка ҡоралдарында уйнауы менән барыһын да әсир итте.

Мирас әле Өфө сәнғәт академияһында уҡый.Йыр-моңға һөйөү уға бала саҡтан ғаиләһендә һалына.Олатаһы Миңнәхәт Назаров малай бишенсе класта уҡығанда ҡурайҙа уйнарға өйрәтә.Аҙаҡ, Сибай сәнғәт колледжында белем алғанда, ҡумыҙҙа, думбырала уйнарға өйрәнә.

Автор:Азамат Мухаметшин
Читайте нас