Новости
27 Август 2023, 11:42

Һөткә хаҡ үҙгәрмәй, иң ҡиммәтлеһе - клубника

Баймаҡтың йәкшәмбе баҙарында ниндәй продукция үтемле?

Һөткә хаҡ үҙгәрмәй, иң ҡиммәтлеһе - клубникаҺөткә хаҡ үҙгәрмәй, иң ҡиммәтлеһе - клубника
Һөткә хаҡ үҙгәрмәй, иң ҡиммәтлеһе - клубника

Йәкшәмбе баҙарында, һәр ваҡыттағыса, шәхси хужалыҡтар үҙҙәренең продукцияһын тәҡдим итте. 1,5 литр һөттө - 100, ҡатыҡты - 80, 0,5 литр ҡаймаҡты - 350, бер баш ҡоротто - 100, ҡыҙыл эремсекте - 150, ауыл майының килограмын 750 һум менән һаттылар.

Ауыл икмәгенә - 90-150, йомортҡаның тиҫтәһенә - 100, һыйыр итенең килограмына - 400-650, бройлер итенә 350 һум һоранылар.

Кишерҙең килограмы - 80, кәбеҫтәнеке - 40, ҡыярҙыҡы - 70 һум.5 литр биҙрәләге алма - 100-200, груша - 100-250, сейә - 400 һум.

Ә шулай ҙа иң ҡиммәтле продукция булып клубника танылды - уның 1 стаканына 150 һум һоранылар.

Автор:Азамат Мухаметшин
Читайте нас