+21 °С
Болотло


Әбделкәримдән фермер Йәлил Еркулов йәшелсә үҫтереү менән маҡсатлы шөғөлләнә, уларҙан ул йыл да яҡшы уңыш үҫтереп ала.Бының өсөн ул бер нисә теплица төҙөп ултыртҡан.Ҡыяр, помидор һәм башҡа төр йәшелсә менән ул ҡала һәм район халҡын тәьмин итә, күрше төбәктәрҙә лә һата.
Уңған эшҡыуар кәбеҫтә үҫтереү буйынса иң һөҙөмтәле эшләгән фермерҙарҙан һанала.Быйыл да ул унан мул уңыш йыйып алған.Килограмын 40 һум менән һата, продукция халыҡта ҙур һорау менән файҙалана.