+24 °С
Ямғыр
Республиканың ЮХХДИ хеҙмәте штраф түләмәгән водителдәрҙе лә билдәләүен дауам итә. Бының өсөн махсус "Ау" тип аталған бурыслы транспорттарҙы эҙләү системаһы ярҙамға килә. Ошо система яҡындағы ДПС экипажына бурыслы водитель тураһында сигнал бирә. Был кеше туҡтатыла. 34 йәштәге ирҙең 149 юл хәрәкәте ҡағиҙләрен боҙоу буйынса 224 мең һумдан ашыу штрафы йыйылған була. Тейешле документтарҙы әҙерләү өсөн водитель туҡтатылған урынға суд приставтары ла саҡырыла.
ЮХХДИ һалған штрафтар тураһында мәғлүмәтте ҡарағыҙ https://гибдд.рф/
Шулай уҡ был мәғлүмәтте Госуслуги аша ла ҡарарға мөмкин.
Сығанаҡ @V_Sevastyanov