Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
24 Август 2023, 17:49

"Йыл мәктәбе" булып танылды

Беренсе Төркмән мәктәбе иң һөҙөмтәле эшләүсе мәғариф учреждениеларының береһе булып танылды.Бында, әлбиттә, уның директоры Зәһүрә Ҡаһарманованың, ижади эшләүсе коллективтың хеҙмәте ҙур

"Йыл мәктәбе" булып танылды"Йыл мәктәбе" булып танылды
"Йыл мәктәбе" булып танылды

Бөгөн Баймаҡта үткән мәғариф хеҙмәткәрҙәренең август кәңәшмәһендә үткән уҡыу йылына йомғаҡ яһалды, алдынғылар тәбрикләнде.Беренсе Төркмән мәктәбе уҡыусыларҙың XXV спартакиадаһы йомғаҡтары буйынса районда маҡтаулы 2-се урынды яуланы һәм Почет грамотаһына лайыҡ булды.Ә инде "Йыл мәктәбе" район конкурсында төркмәндәр 3-сө урынға лайыҡ булды һәм Грамота, аҡсалата премия менән бүләкләнде.

Мәктәп директоры Зәһүрә Сәғәҙәт ҡыҙы Ҡаһарманова Башҡортостан Республикаһы Ҡатын-ҡыҙҙар йәмәғәт ойошмаһының Рабиға Ҡушаева исемендәге "Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе" миҙалына лайыҡ булды.

Автор:Азамат Мухаметшин
Читайте нас