Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
23 Август 2023, 03:53

Туристик мөмкинлектәре менән таныштыра

25-27 августа Санкт-Петербургта Башҡортостан Республикаһы көндәре сиктәрендә БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы төбәктең туристик ҡеүәте менән таныштырасаҡ.

Туристик мөмкинлектәре менән таныштыраТуристик мөмкинлектәре менән таныштыра
Туристик мөмкинлектәре менән таныштыра

26 авгусҡа планлаштырылған сарала Башҡортостандың алдынғы туроператорҙары: «Магазин путевок», Милли «Туроператор компанияһы», «Тархан», «Вэлком РБ», «Крекс» туристик фирма, «Пилигрим», «Полесье», «Бөрө сауҙагәрҙәре», «Центр экскурсий Сулейман трэвэл», «Мир без границ» ҡатнашасаҡ. Шулай уҡ презентацияла «Торатау геопаркы» һәм «Янғантау геопаркы», Башҡортостан Республикаһының Туризмды үҫтереү үҙәге һәм «Красноусол» шифаханаһы вәкилдәре ҡатнашасаҡ.

БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы Санкт-Петербург туроператорҙарын һәм туристик агентлыҡтарын, төньяҡ баш ҡала халҡын һәм ҡунаҡтарын был бизнес-миссияға саҡыра, Башҡортостандың туристик тәҡдимдәре менән танышырға һәм туроператорҙар менән интернет-һөйләшеүҙәрҙә ҡатнашырға саҡыра.

Майҙансыҡта республика туроператорҙары коллегаларына төбәгебеҙгә туристик сәфәрҙәрҙең ваҡиғалары, инфраструктураһы һәм гастрономия өлөшө хаҡында һөйләйәсәк.

Ҡунаҡтарҙы башҡорт аш-һыуы һәм эсемлектәре көтә. Программа һуңында - Башҡортостан туроператорҙарынан бүләктәр уйнатылыу көтөлә. 

Башҡортостандың туристик ҡеүәте менән таныштырыу буйынса бизнес-миссия Дәүләт академия капеллаһында үтәсәк. Адресы: Санкт-Петербург ҡалаһы, Мойки йылғаһы буйы, 20-се йорт. Башлана 11.30 сәғәттә.

 
Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас