

25-27 августа Санкт-Петербургтағы билдәле Дворцовой майҙанында Башҡортостан көндәре үтәсәк. Өс көн дауамында Төньяҡ баш ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары күп милләтле республикабыҙҙың үҙенсәлекле йолалары менән таныша аласаҡ. Мәҙәни программа сиктәрендә төбәктең иҡтисади, инвестиция, туристик һәм мәҙәни ҡеүәте менән таныштырыу, башҡорт продукцияһы экспозицияһын ойоштороу, гастрономия фестивале күҙалланған.
Шулай уҡ балалар биләмәһе эшләйәсәк. Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры Дәүләт академия хор капеллаһы алдындағы майҙанда «Ҡурсаҡ байрамы» уйын программаһын тәҡдим итә. Унда бәләкәй ҡунаҡтар театр ҡурсаҡтарын яҡындан күрә, сәхнә оҫталары ролендә үҙҙәрен һынап ҡарай һәм башҡорт халыҡ әкиәттәре буйынса ҡуйылған спектаклдәрҙән өҙөктәр ҡарай ала.
Был көндәрҙә тамашасылар Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрының иң шәп спектаклдәрен - рус халыҡ әкиәте мотивтары буйынса «Ҡыр ҡаҙҙары» музыкаль әкиәтен, Корней Чуковскийҙың билдәле «Муха-Цокотуха» әҫәре буйынса «Таш ҡунаҡ» спектаклен һәм өлкәнерәктәр аудиторияһы өсөн Александр Пушкиндың «Таш ҡунаҡ» пьесаһы мотивтары буйынса сәхнә әҫәрен ҡарай ала.
2016 йылда Өфөлә «Муха-Цокотуха» спектаклен Яр Саллынан режиссер Игорь Клюев сәхнәләштерҙе. Сәхнә әҫәре был юлы ете йыл буйына аншлаг йыя. Ул үҙенең яңылығы һәм бөгөн дә актуаллеген юғалтмаған.
Өс йыл элек Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры актрисаһы Татьяна Кузьменко ҡуйған «Ҡыр ҡаҙҙары» тигән рус халыҡ әкиәтен ағымдағы йылдың майында Яр Саллы ҡалаһында «Эшсе ат» төбәк-ара ҡурсаҡ театрҙары фестивалендә жюри ағзалары юғары баһаланы һәм лауреат дипломы менән билдәләне.
«Таш ҡунаҡ» спектакленең премьераһы яңыраҡ, 2023 йылда, булды. Спектаклдең режиссеры - Башҡортостандың халыҡ артисы Ольга Шәрәфетдинова, ҡуйыусы рәссамдары - Светлана Степанова һәм Наталья Бирюкова.