

Ғаризаның күбеһе «Машиналар эшләү технологияһы», «Мәғлүмәт системалары һәм программалау» һәм «Электр һәм электромеханик ҡорамалдарҙы техник файҙаланыу һәм хеҙмәтләндереү» кеүек һөнәрҙәргә бирелгән.
«Профессионалитет» программаһы буйынса уҡыусылар гарантиялы стажировка үтә һәм төбәктә эшкә урынлаша. Уҡыу программалары эш биреүселәр менән берлектә эшләнә, һәр студентҡа уҡытыусы беркетелә.
2023 йылдың 1 сентябренә проект сиктәрендә республикала тау-ҡаҙылма һәм химия, фармацевтика һәм клиник медицина, машиналар эшләү, педагогика кеүек тармаҡтар буйынса һигеҙ кластер эшләйәсәк.
2024 йылда машиналар эшләү, химия тармағы, сәнғәт һәм креатив индустрия, ауыл хужалығы йүнәлештәре буйынса тағы алты кластер ойоштороу күҙаллана.