+21 °С
Болотло


Йомаш ауыл биләмәһе Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы иғлан иткән "Сәләмәт ауыл", "Сылтыр шишмә" проекттарында әүҙем ҡатнаша.Былтыр был конкурста Юлыҡ ауылы еңеү яулағайны.
Йомаш һәм Юлыҡ ауылдары быйыл да шишмәләрҙе таҙартыу һәм кәртәләү буйынса ҙур эш алып бара.Юлыҡтар Яманташ ҡоҙоғон тәртиптә тотоуға етди иғтибар бүлә.Ошо көндәрҙә улар Шишмә байрамы үткәрҙе, сарала район Ҡоролтайы рәйесе Ришат Ишембәтов, урындағы ауыл биләмәһе башлығы Мирхәт Мөхәмәтйәров ҡатнашты.
Сара тураһында төплө мәҡәләне гәзитебеҙҙә уҡый алаһығыҙ.