

Башҡортостандың социаль эшҡыуарҙары «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, индивидуаль эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам» милли проектына ҡаралған 500 мең һумға тиклем грантҡа дәғүә итә ала. Конкурсҡа документтар Башҡортостан Республикаһы Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығында 24 августан 18 сентябргә тиклем ҡабул ителә.
- Социаль бизнес дәүләткә мөһим социаль мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ярҙам итә. Төбәк Хөкүмәте бындай хеҙмәтте юғары баһалай һәм уға айырым иғтибар бүлә. Финанс ярҙамына дәғүә итеү өсөн эшҡыуар йыл һайын яңыртылып килгән социаль предприятиелар реестрында торорға тейеш. Конкурс үҙе бер нисә этаптан тора: акселерация программаһы сиктәрендә уҡыуҙар үтеү, заявка биреү һәм конкурс комиссияһы алдында үҙ проектын яҡлау, - тип аңлатма бирҙе Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов.
Шуны билдәләп үтергә кәрәк: конкурста еңеүселәр грант алғандан һуң өс йыл дауамында социаль эшмәкәрлеген дауам итергә һәм социаль предприятие статусын раҫларға тейеш. Алынған аҡсаны улар төрлө маҡсатҡа йүнәлтә ала: бинаны ҡуртымға алыу һәм ремонтлау, оргтехника һәм ҡорамалдар һатып алыу, сеймал, медицина техникаһы өсөн комплектлаусы ҡоролмалар һатып алыу, шулай уҡ лизинг түләүҙәре, коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү, транспорт сараларын ҡайтанан йыһазландырыу һәм башҡалар.
Конкурсҡа документтар Башҡортостан Республикаһы Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығында ҡабул ителә. Адресы: Өфө ҡалаһы, Пушкин урамы, 95, 342, 350-се кабинет, көн һайын эш көндәрендә иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем.
Конкурсты үткәреү тәртибе, дәғүәселәргә шарттар һәм талаптар менән бында танышырға мөмкин.
Документтар әҙерләү мәсьәләләре буйынса тейешле консультацияны 7 (347) 218-08-26 телефоны аша, шулай уҡ «Минең бизнесым» үҙәгенең +7 (347) 224-99-99 телефоны аша йәки «Минең бизнесым» үҙәге офистарында алырға мөмкин, адрестарн ошонда баҫып белергә була.
Шулай уҡ муниципалитеттарҙың бизнес-шерифтарына мөрәжәғәт итергә лә мөмкин, уларҙың бәйләнеш мәғлүмәттәре менән бында танышығыҙ.