Новости
21 Август 2023, 10:34

Үҙмәшғүлдәр һаны артҡан

2023 йылдың 7 айында республикала үҙмәшғүлдәр һаны 25,8 процентҡа артҡан. 

Үҙмәшғүлдәр һаны артҡанҮҙмәшғүлдәр һаны артҡан
Үҙмәшғүлдәр һаны артҡан

Федераль һалым хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда 158,1 мең үҙмәшғүл теркәлгән. 2023 йылдың 1 ғинуарына ҡарата мәғлүмәттәргә ҡарағанда, «Һөнәри килемгә һалым» махсус һалым режимын ҡулланған физик берәмектәр һаны 25,8 процентҡа артҡан. 7 айҙа үҙмәшғүлдәрҙең әүҙем килеме 9 213,6 миллион һум тәшкил иткән, был уҙған йылдың ошо уҡ осоро күрһәткесенән 53,8%-ҡа юғары.

- Республикала үҙмәшғүлдәр һанының артыуы эшҡыуарҙарҙың был категорияһына дәүләт ярҙамы менән дә бәйләнгән. Мәҫәлән, «Минең бизнесым» үҙәге офистарында үҙмәшғүлдәр өсөн тренингтар, вебинарҙар, бизнесты асыу һәм үҫтереү, финанс белеме, шәхси брендты үҫтереү, социаль селтәрҙә танытыу мәсьәләләре буйынса семинарҙар ойошторолдо. Шулай уҡ үҙ алдыбыҙға күргәҙмә-йәрминкә сараларында бушлай ҡатнашыу мөмкинлеге бирәбеҙ, - тип аңлатма бирҙе Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов.

«Һөнәри килемгә һалым» махсус һалым режимын ҡулланған кешеләр шәхси эшҡыуарҙар менән бер рәттән «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына ярҙам» милли проекты сиктәрендә ҡаралған финанс, гарантия, милек, мәғлүмәти, консультацион ярҙам ала, шулай уҡ акселерация һәм белем биреү программаларында ҡатнаша ала.

Сығанаҡ СРК

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас