+24 °С
Ямғыр


Һуңғы ваҡытта йәкшәмбе баҙарында, ҡаланың сауҙа итеү өсөн бүленгән төрлө урындарында картуф менән сауҙа итеүселәрҙең күп булыуы күҙгә ташлана. Хаҡтар ҙа элеккенән арзаныраҡ.
Бөгөн дә Баймаҡтың йәкшәмбе баҙарында "икенсе икмәк" менән һатыу итеүселәр күп булды.5 литр биҙрәләге картуфты 150-250 һумға һаттылар.8 литрҙағыһы - 300, 10 литры - 350 һум.Күгиҙел уңғандары әйтеүенсә, быйыл "икенсе икмәк" ныҡ уңған.