Новости
20 Август 2023, 07:58

"Экопродукт" йогурт сығара башланы

Предприятиела сығарылған продукцияға магазиндарҙа ла, баҙарҙа ла һорау ҙур

"Экопродукт" йогурт сығара башланы"Экопродукт" йогурт сығара башланы
"Экопродукт" йогурт сығара башланы

Баймаҡта бейә һөтөн һәм ҡымыҙын киптереү, һыйыр һөтөнән төрлө продукция етештереү менән шөғөлләнгән "Экопродукт" йәмғиәте һуңғы осорҙа тауарҙар ассортиментын арттыра бара.Шуныһы үҙенсәлекле, бында сығарылған продукция шәхси хужалыҡтағынан тәме һәм сифаты яғынан бер ҙә айырылмай.Шуға күрә лә һатып алыусылар "Экопродукт" ризығына өҫтөнлөк бирә.

Предприятиеның Ленин урамында ("Светофор" магазины эргәһендә) урынлашҡан кибете бар, унда төрлө продукция тәҡдим ителә.Бынан тыш, "Экопродукт" төрлө ауыл хужалығы йәрминкәләрендә, Баймаҡтың йәкшәмбе баҙарында үҙ тауарҙарын тәҡдим итә.Шуныһы үҙенсәлекле, продукцияларын тәмләп ҡарарға ла мөмкин.

Бөгөн баҙарҙа предприятие ҡымыҙ, ҡаймаҡ, май, эремсек, һөт, ҡатыҡ менән сауҙа итте.Яңы продукция - 500 грамлыҡ төрлө йогуртты тәмләп ҡарарға һәм һатып алырға мөмкин булды. Йогурттың тәмле, тәбиғи һәм юғары сифатлы булыуына һатып алыусылар шунда уҡ иғтибар итте.

Автор:Азамат Мухаметшин
Читайте нас