+24 °С
Ямғыр


Үкенеескә ҡаршы, был ял да юлдағы ҡайғылы хәбәр менән тулды. Был хаҡта республикангың баш дәүләт инспекторы Владимир Севастьянов үҙенең Телеграм каналында яҙып сыҡты.
- Әлеге ваҡытта беҙҙең инспекторҙар 4 кеше һәләк булған авария урынында эшләй. Юл фажиғәһе Өфө янында теркәлде. "Лада Гранта" һәм "Газель" машиналары бер-береһенә ҡаршы сығып төкөшкән. "Ладаның" эсендәгеләр барыһы ла һәләк булған. Әлеге ваҡытҡа уның водителе йоҡлап киткән тип фаразлана. "Газелдың" водителенә медицина ярҙамы талап ителде. Әлеге ваҡытта тикшереү эштәре бара.
Юлда булғандарҙы үтә лә һаҡ булырға саҡырабыҙ. Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ!
Фото: Владимир Севастьяновтың Телеграм каналынан.@V_Sevastyanov