Новости
20 Август 2023, 08:15

Баҙ "мәлендә" бәхетһеҙ осраҡтар арта

Ҡышҡы баҙҙы буяп йөрөгән өс кешене көскә ҡотҡарып өлгөрәләр...

Баҙ "мәлендә" бәхетһеҙ осраҡтар артаБаҙ "мәлендә" бәхетһеҙ осраҡтар арта
Баҙ "мәлендә" бәхетһеҙ осраҡтар арта

Әбйәлил районының Таштуй ауылында ҡышҡы баҙҙа буяу эштәрен башҡарғанда өс кеше һәләк була яҙа. Бәхеткә, уларҙы ҡотҡарып өлгөрәләр.

Ҡотҡарыу хеҙмәтенән белдереүҙәренсә, баҙҙы тәртипкә килтереү мәлендә кешеләр бәхетһеҙ осраҡҡа тарый, һәләк була. Буяу эштәрен башҡарғанда йәки баҙҙы төтәткәндә буяҡ, төтөн еҫенән ағыуланалар. 

Ҡышҡы эштәрегеҙҙе башҡарғанда бер үк һаҡ булығыҙ. Буяу эштәрен башҡарғанда баҙҙы елләтеүҙе онотмағыҙ. Буяу эштәре бөткәнсе тәрән баҙҙа йөрөмәгеҙ. Ваҡыты-ваҡыты менән сығып елләнеп алығыҙ. Һеҙҙең баҙҙа эш башҡарғанығыҙҙы белгән кешеләр яҡында ғына булһын. Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ!

 

 

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас