+19 °С
Дождь


Бөгөн Баймаҡ ҡалаһының йәкшәмбе баҙарында шәхси хужалыҡтар, эшҡыуарҙар малсылыҡ, ҡошсолоҡ, баҡсасылыҡ продукцияһы менән сауҙа итте, һатып алыусылар ҙа күп булды.
Иткә хаҡтар тотороҡло ҡала.Һыйыр итенең килограмын - 350-600, йылҡыныҡын 650 һумға һатып алырға мөмкин булды. Бройлер итенең килограмы - 350 һум.Уртаса ауырлыҡтағы бройлерҙы 1 мең һумға һаттылар.
Йәшелсә-емешкә хаҡтар төшә.Ҡыярҙың килограмына - 80, помидорҙыҡы 120-150 һум һоранылар.5 литр биҙрәләге алма һәм груша - 150-200, сейә - 400 һум.
Һөт ризыҡтарына хаҡтар шул кимәлдә ҡалды.1,5 литр һөт - 100, ҡымыҙ - 200-250 һум.
Миндек әлегә арзан - берәүһе 50 һум.