

Семеновск ауылындағы иман йорто быйыл ҙур яңырыу кисерҙе.Мәсеткә ремонт яһалды, уға төкәтмә эшләнде, йылы иҙән түшәлде.Бынан тыш, уға һыу һәм газ үткәрелде. Дин йортоноң биләмәһе лә төҙөкләндерелде.Шулай итеп Семеновск ауылы мәсетендә бөтөн шарттар тыуҙырылды.
Яңыртылған мәсеттә үткән йома намаҙында ауыл мосолмандарын район хакимиәтенең эштәр идарасыһы Илгиз Байымов, Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Ришат Ишембәтов, райондың имам-мөхтәсибе Хәлил хәҙрәт Танһыҡҡужин, Семеновск ауыл биләмәһе башлығы Рәсүл Сәлимов тәбрикләне һәм бүләктәр тапшырҙы.
Әлбиттә, иман йортонда тейешле шарттар тыуҙырыу буйынса ғәйәт күп эштәр башҡарылған һәм бында урындағы ауыл биләмәһе башлығының, имам-хатиптың, биләмәлә эшләүсе предприятиеларҙың, эшҡыуарҙарҙың, фермерҙарҙың, ауыл халҡының хеҙмәте һәм ярҙамы бик ҙур.
Иман йорто халыҡҡа оҙаҡ хеҙмәт итһен, унан бер ваҡытта ла кеше өҙөлмәһен!