Новости
19 Август 2023, 03:31

Баҙалдар тос өлөш индерҙе

Бөрйән районында "Урал батыр" эпосын башҡарыусыларҙың төбәк-ара конкурсы юғары кимәлдә үтте, ул яңы таланттарҙы асты

Баҙалдар тос өлөш индерҙеБаҙалдар тос өлөш индерҙе
Баҙалдар тос өлөш индерҙе

Мөғжизәле Бөрйән ерендә "Урал батыр" башҡорт халыҡ эпосын башҡарыусыларҙың төбәк-ара конкурсы үтте.Ул яҡшы ойошторолоуы, юғары кимәлдә үтеүе, рухлы һәм өмөтлө йәш сәсәндәрҙең ҡатнашыуы менән барыһын да хайран итте.

Ысынлап та, ойоштороусылар тарафынан бәйгене әҙерләүгә һәм үткәреүгә күп көс һалынған, ғәйәт ҙур эш башҡарылған.Конкурсты уҙғарыуға Бөрйән районы үҙәгендәге Баҙал башланғыс мәктәп-балалар баҡсаһы коллективы үҙенең тос өлөшөн индерҙе.Ләйсән Шәкирйән ҡыҙы Тажитова етәкләгән коллектив иңенә йөкмәтелгән бурысты лайыҡлы атҡарып сыҡты.Афарин!

Автор:Азамат Мухаметшин
Читайте нас