Новости
16 Август 2023, 06:30

Юлдарҙа һаҡ булығыҙ!

Ошо телефон буйынса юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу тураһында иҫкәртә алаһығыҙ - 8 (347) 279-32-92.

Юлдарҙа һаҡ булығыҙ!Юлдарҙа һаҡ булығыҙ!
Юлдарҙа һаҡ булығыҙ!

Республиканың баш дәүләт автоинспекторы Владимир Севастьянов үҙенең телеграм-каналындa.уҙған аҙнала Башҡортостан дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре 327 иҫерек водителде ҡулға алыуы тураһында хәбәр итте.

- Бөтәһе лә алкоголдең юл-транспорт фажиғәләренең  иң йыш осраған сәбәптәренең береһе булыуын белә, шуға күрә ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәренең күпме автомобиль һәләкәтенә юл ҡуймауын иҫәпләү ҡыйын түгел. Эскән водитель юлда иғтибарһыҙ ҡала, уның алыҫлыҡ тойғоһо насарая, хәрәкәттәр координацияһы түбәнәйә, организмы көсһөҙләнә һәм тиҙ дөрөҫ ҡарар ҡабул итеүе ауыр. Иҫерек водитель – ғүмер өсөн хәүеф, – тип яҙҙы ул.  

Владимир Севастьянов республика буйынса  эске эштәр министрлығының Ышаныс телефоны: 8 (347) 279-32-92 эшләүен хәтергә төшөрҙө.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас