Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
14 Август 2023, 12:32

"Проекттарҙы үҙ ваҡытында атҡарып сығырбыҙ"

Бөгөн Ил Башлығы «Росатом» дәүләт корпорацияһы башлығы Алексей Лихачёв менән осрашты. 

"Проекттарҙы үҙ ваҡытында атҡарып сығырбыҙ""Проекттарҙы үҙ ваҡытында атҡарып сығырбыҙ"
"Проекттарҙы үҙ ваҡытында атҡарып сығырбыҙ"

Осрашыу барышында Путин корпорация хәлдәре менән ҡыҙыҡһынды. Ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, тәүге ярты йыллыҡты уңышлы үтеүҙәре тураһында һөйләне. "Иҡдисади күрһәткестәр һәм төп проекттар буйынса дәүләт заказын 100 процент үтәнек. Федераль проекттар ҙа ваҡытында үтәләсәк", -- тине. 

Һуңғы йылдарҙа корпорация инвестицияһы бер триллион һумды тәшкил итә. Был һуңғы алты йыл эсендәге һандан 8 тапҡырға күберәк. Социаль күрһәткестәргә килгәндә, уртаса эш хаҡы 8 процентҡа, хеҙмәт етештереүсәнлеге үҫеше - туғыҙға процент тирәһе үҫешкән. Дәүләт корпорацияһы һаны 100 меңдән ашыу кешегә артҡан, уларҙың 60 меңе - юғары технологиялы эш урындары. Халыҡ-ара проекттар ышаныслы рәүештә икенсе урында баралар һәм ядро яғыулыҡ циклында алдағы өсәү иҫәбенә инәләр. 

Илдәр буйынса машина менән тәьмин итеү үҫкән. Азия илдәрен, Ҡытай Халыҡ Республикаһын, Яҡын Көнсығышты, Африканы айырып әйтергә булыр ине.

 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас