Новости
14 Август 2023, 08:55

Эҫе буласаҡ

Йәй беҙҙән китергә уйламай әле. Алдағы көндәрҙә эҫе булыуы көтөлә...

Эҫе буласаҡЭҫе буласаҡ
Эҫе буласаҡ

Бөгөн, 14 августа, яуым-төшөм көтөлмәй. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын. Көндөҙ һауа температураһы + 24, +29°.

Шишәмбе, 15 августа, шулай уҡ яуым-төшөм көтөлмәй. Ел көньяҡтан талғын. Төндә термометрҙар +12, +17°, таулы райондарҙа +7°, көндөҙ +27, +32° күрһәтәсәк.

Шаршамбы, 16 августа, урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуасаҡ, йәшен йәшнәйәсәк. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән талғын, йәшен ваҡытында көсәйеүсән. Төндә һауа температураһы +13, +18°, көндөҙ +26,+31°.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас