+1 °С
Болотло
"Ҡымыҙфест" конкурсына баймаҡтар ете төрлө ҡымыҙ әҙерләне. Иҫке Сибай ауылынан Рәмзилә Кәримова «Уралбаев» КФХ-һы исеменән былай тиеп һөйләне: "Беҙ ете төр ҡымыҙ әҙерләп алып килдек. Улар араһында ыҫланғаны, ныҡ әсегәне, сөсөһө, һаумалы (сейә һабағы менән ыҫланғаны), ҡаҙылыһы һәм мөхәббәт ҡымыҙы бар".
Ҡаҙылы ҡымыҙына ҡаҙы һалып эшләнә. Мөхәббәт ҡымыҙының үҙ тарихы бар икән. "Улым өйләнгәс, туйға төшкән аҡсаға бейә һатып алдыҡ һәм ҡымыҙ етештерә башланыҡ. Был ҡымыҙға беҙ күңелебеҙҙе һәм һөйөүебеҙҙе ҡушып эшләйбеҙ", - ти Рәмзилә Кәримова.