+21 °С
Болотло


Йылдан йыл йылҡы малы арта барған. Бөгөн хужалыҡтарында меңдән ашыу ат бар.
Жайнагөл – малсылыҡ буйынса бик оҫта белгес. Бер мәл ул ҡымыҙ етештерергә кәңәш итә. Шифалы был эсемлекте һорап, уларға бик күптәр килә. Ауылға улар ҡаланан күсеп киләләр. Бөгөн улар Ҡаҙахстандың Аҡтүбә районындағы иң ҙур фермаларҙың береһе булып һанала.
- Фермала беҙҙең бөгөн меңдән ашыу ат бар. Хужалыҡ автоматлаштырылған. Заманса ҡоролмалар һатып алдыҡ. Йылҡысылыҡ менән бер рәттән һыйыр, дөйә малын да үрсетеү теләге бар. Башҡортостанға бейә һатып алырға килдек. Хужалыҡ өсөн 150 бейә һатып алырға ниәт иттек. Башҡорт аты иң һөтлө тоҡом, тип һанала. Ҡаҙахстанда ҡымыҙға һорау һәр саҡ ҙур, - ти Орынбай Жолмурат.