Новости
9 Август 2023, 06:58

Әйҙәгеҙ, уйнарға!

Дүрт көн дауамында баш ҡаланың төп майҙаны Рәсәйҙә етештерелгән балалар тауарҙары күргәҙмә-йәрминкәһе, йәнһүрәт геройҙарының сығышы, иң яҡшы уйын тәжрибәләрен күрһәтеү урынынә әйләнә.  

Әйҙәгеҙ, уйнарға!Әйҙәгеҙ, уйнарға!
Әйҙәгеҙ, уйнарға!

АИДТ илдә етештерелгән уйындар, уйынсыҡтар, уйын ҡоролмалары, хобби һәм ижад өсөн материалдар етештереүселәрҙе 2023 йылдың 14-17 сентябрендә Өфөлә үтәсәк «Айҙә, уйнарға» бөтә Рәсәй фестивалендә ҡатнашырға саҡыра.

Дүрт көн дауамында баш ҡаланың төп майҙаны Рәсәйҙә етештерелгән балалар тауарҙары күргәҙмә-йәрминкәһе, йәнһүрәт геройҙарының сығышы, иң яҡшы уйын тәжрибәләрен күрһәтеү урынынә әйләнә.

АИДТ «Балаларҙы һайлау» интерактив уйынын тәҡдим итәсәк, ул, һис шикһеҙ, ассоциацияла ҡатнашыусыларға ҡыҙыҡлы буласаҡ. Уның үҙенсәлеге шунда: Рәсәй уйындарының, уйынсыҡтарҙың, уҡыу ҡорамалдарының сифатын һәм йәлеп итеүсәнлеген баһалаусы эксперттар - балалар үҙҙәре. Был конкурс сифатлы балалар тауарҙары етештереүгә этәреү һәм етештереүселәрҙе дәртләндереү өсөн ойошторолған.

«Әйҙә уйнарға» фестиваленең эшлекле өлөшө сиктәрендә балалар өсөн уйын продукцияһы тармағын үҫтереү буйынса дәүләт программаһы тикшереләсәк. Форумда уйындар һәм уйынсыҡтар сәнәғәтен үҫтереү буйынса саралар планы, шулай уҡ Рәсәйҙә белем биреү ойошмаларының предмет-үҫтереү мөхитен үҫтереү буйынса программа тәҡдим ителәсәк.

АИДТ ғәмәли сессиялар һәм семинарҙар ойоштора, унда балалар уйындары һәм уйынсыҡтар, канцеляриялар һәм уҡыу ҡорамалдары етештереүсе, Рәсәй фәне һәм мәғарифының иң ҙур эксперттары сығыш яһаясаҡ. Ассоциация башлығы Антонина Цицулина «Больше, чем игра: роль, значение и точки роста игропрома России» пленар ултырышында спикер сифатында ҡатнаша.

«Әйҙә уйнарға" форум-фестивале - ул милли брендар менән таныштырыу, мәғариф ҡарарҙарына нисек интеграция үтә, фән һәм мәғариф белгестәре менән диалог ҡороу, кире бәйләнеш булдырыу һәм, найәт, балалар һәм ата-әсәләр менән бергәләп илдә етештерелгән уйынсыҡтар менән туйғансы уйнау», - тип билдәләне Антонина Викторовна.  

Фестивалдең көн тәртибе менән бәйле һорауҙарҙы һәм тәҡдимдәрҙе түбәндәге электрон адресҡа ебәрергә мөмкин: b2b@acgi.ru

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас