+24 °С
Ямғыр


"Һаулыҡ" өҫтөнлөклө милли проекты буйынса республика дауаханаларының сафтары тулылана бара. Ә инде тыуған еренә әйләнеп йәш табиптар бигерәк тә яңы өмөттәр уята.
Шулай итеп, таныш булығыҙ - Розалия Рөстәм ҡыҙы Ҡоланбаева. 2017 йылда ҡаланың 3-сө мәктәбен тамамлай. Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһының йүнәлтмәһе буйынса Башҡорт дәүләт медицина университетына "Педиатрия" бүлегенә уҡырға инә. Уҡыу йортон уңышлы тамамлап, ошо көндәрҙә Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһында эш башланы.
Розалия Рөстәм ҡыҙына уңыштар теләйбеҙ!