Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
3 Август 2023, 04:00

Баймаҡ ерҙәренә билдәле йырсы - Асау киләсәк!

"Башҡорт аты" халыҡ-ара фестивале ҡунағы — нуғай йырсыһы һәм композитор, Ҡарасәй-Черкес Республикаһының халыҡ артисы, Ҡаҙағстан Республикаһының Президент оркестры ҡатнашыусыһы Арыҫланбәк Солтанбәков. Халыҡта уны Асау тип йөрөтәләр. Асау нуғай музыка ҡоралдарының береһен — ҡыл-ҡумыҙҙы тергеҙгән, думбырала уйнай, нуғай һәм төрөк телдәрендә йырлай, XV-XVII быуат шиғырҙары өсөн музыка ижад иткән...

Баймаҡ ерҙәренә билдәле йырсы - Асау киләсәк!Баймаҡ ерҙәренә билдәле йырсы - Асау киләсәк!
Баймаҡ ерҙәренә билдәле йырсы - Асау киләсәк!

"Башҡорт аты" халыҡ-ара фестивале ҡунағы — нуғай йырсыһы һәм композитор, Ҡарасәй-Черкес Республикаһының халыҡ артисы, Ҡаҙағстан Республикаһының Президент оркестры ҡатнашыусыһы Арыҫланбәк Солтанбәков. Халыҡта уны Асау тип йөрөтәләр.

Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, мультиинструменталистың ижады нуғай милләте вәкилдәре күпләп йәшәгән Ҡарасәй-Черкес Республикаһында, Дағстанда, Чечняла, Әстрхан өлкәһендә, Ставрополь крайында, Ҡаҙағстанда, Төркиәлә киң билдәле.

Уның «Карт Кешуьв», «Неге экен-ав», «Я выбирал горячих скакунов», «Где тот день?», «Не сожалею» һәм башҡа йырҙары нуғайҙарҙың музыка мәҙәниәте хазинаһына ингән, ә уның Джамбулат Төркмәнов һүҙҙәренә ижад ителгән билдәле «Ногай Эл» йыры нуғай халҡының рәсми булмаған гимнына әүерелгән.

Асау нуғай музыка ҡоралдарының береһен — ҡыл-ҡумыҙҙы тергеҙгән, думбырала уйнай, нуғай һәм төрөк телдәрендә йырлай, XV-XVII быуат шиғырҙары өсөн музыка ижад иткән.

Арыҫланбәк Солтанбәковтың сығышын 12 августа «Башҡорт аты» фестивалендә Граф күле буйында килеп ҡарағыҙ.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас