

Киләһе шәмбелә, 12 августа, районыбыҙға төбәктең төрлө мөйөштәренән иң яҡшы оҫталар ҡымыҙсылар киләсәк. 17-се республика ҡымыҙ бешеүселәр конкурсы «Башҡорт аты» халыҡ-ара башҡорт тоҡомло аттар фестивале сиктәрендә уҙғарыла һәм милли эсемлеккә, уны популярлаштырыуға арнала. Иң яҡшылары Граф күле буйындағы «Ҡымыҙфест» майҙансығында асыҡланасаҡ.
Конкурс бер нисә этаптан үтә. Беренсе этап ҡатнашыусыларҙың теоретик белемдәрен тикшереүҙе күҙ уңында тота. 15 минут дауамында улар 20 тест һорауына яуап бирергә тейеш. Икенсе этапта жюри ағзалары шифалы эсемлекте тәмләп ҡарап, уның органолептик сифаттарын баһалай. Сара сиктәрендә шулай уҡ конкурс ҡатнашыусылары менән түңәрәк өҫтәл ойоштороу ҡаралған, унда ҡымыҙ етештереү һәм һатыуҙың мөһим мәсьәләләре тикшереләсәк.
Конкурс һөҙөмтәләре буйынса еңеүселәр «Оригиналь продукцияны рәсмиләштереү», «Иң йәш ижади ҡатнашыусы», «Йәше буйынса өлкән һәм ҡымыҙ бешеү буйынса ҙур эш стажына эйә булған», «Тамашасылар һөйөүе призы» номинацияларында баһаланасаҡ.
Ҡунаҡтарға иһә Башҡортостанда етештерелгән ҡымыҙ төрҙәрен тәмләп ҡарау, башҡорт халҡының милли көнкүрешенә сумыу мөмкинлеге биреләсәк.
Бынан тыш, илдең төрлө төбәктәренән килгән шифалы эсемлекте һатыу майҙансығы ла ойоштороласаҡ.
Конкурс иртәнге 10-сы яртыла башлана. Ҡатнашыуға ғаризалар https://www.bashkort-aty.ru/ сайтында ҡабул ителә.