+21 °С
Облачно


1 августа Башҡортостанда бензин йәнә ҡиммәтләнде. "Башнефть" автозаправкалау станцияларында яғыулыҡҡа хаҡ, маркаһына ҡарап, 20 һәм 50 тингә артҡан. АИ-100 маркалы бензиндың бер литры – 61,15 һум, АИ-95 – 51,15 һум, АИ-92 47,95 һум тора. "Лукойл" яғыулыҡ ҡойоу станцияларында ла автомобиль яғыулығына хаҡ күтәрелгән.
Башҡортостандың Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы бензинға хаҡтың артыуын әлеге яғыулыҡ төрөнә биржа хаҡтарының артыуы менән аңлаталар.