

Марий-Элда булған ҡурҡыныс дауыл 8 кешене һәләк итеүен яҙғайныҡ. Унда беҙҙең республиканан йәш ҡатын һәм уның ике айлыҡ һәм ике йәшлек балалары һәләк булды. Тормош иптәше ауыр хәлдә дауаханала, аңына килгән. Әммә ғаиләһен юғалтыуы хаҡында уға әйтмәгәндәр әле. Хоҙай Тәғәлә уларға сабырлыҡ, көс бирһен!
Кисә был дауылдың осо Түбә ауылы аша үтте. Дауыл ҡыйыҡтарҙы, ҡапҡа, рәшәткәләрҙе алып ташлаған. Аллаға шөкөр, кешеләрҙең һаулығына зыян теймәгән. Түбәләр ҙә дауылдың тәүҙә бәләкәй болот булып, унан ҡап-ҡараға әүерелеп, ҡапыл башланыуы тураһында яҙа.
МЧС дауылдың беҙҙең республикала ла буласағын иҫкәрткәйне. Ни булһа ла, ошоноң менән тамамланһын инде.
Түбә ауылы йорт-ҡураһы зыян күргән кешеләргә матди ярҙам йыя башланы.