

Бөгөнгө оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров шайморатовсыларҙың тиңһеҙ батырлығын телгә алды.
- Улар биш ай яуҙан сыҡманы, өс ай Артемовскиҙың уң флангыһын һаҡланы. Беҙ егеттәребеҙгә дәүләт наградаларын тапшырҙыҡ. Бығаса булмағанса 200-ҙән ашыу яугирҙе бүләкләнек, 100-ҙән күберәге ҡыйыулығы һәм батырлығы өсөн генерал Шайморатов миҙалдарын алды. Беҙ батальоныбыҙ менән ғорурланабыҙ — ул беренсеһе булды, үҙенең исемен махсус хәрби операция героикаһына яҙҙы. Ир-егеттәребеҙ хәрби хеҙмәте менән ошо наградаларға лайыҡ булды. Уларға оло рәхмәт белдерәбеҙ һәм алдарында түбәнселек менән баш эйәбеҙ, — тине республика етәксеһе 31 июлдә хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә.
Радий Хәбиров шулай уҡ яугирҙәрҙе борсоған мәсьәләләрҙе хәл итергә ҡушты.
«Муниципалитет башлыҡтарына мөрәжәғәт итәм, унда һеҙҙең райондарҙан да егеттәр бар, уларҙың үтенестәре төрлө. Кемдер ата-әсәһенә машина менән ҡырсынташ килтереүҙе, кемдер ата-әсәһен дауаханаға һалыуҙы, дауалауҙы һорай. Бөгөн мин йөкләмәләр проекттарына ҡул ҡуям, иртәгә үк ғәмәлгә ашыра башлағыҙ. Был аҙнала барыһын да үтәргә кәрәк», - тине республика етәксеһе.