

Вегератианлыҡ, сей килеш ашауҙы (сыроедание) пропагандалаған блогер ҡатындың ҡапыл вафат булыуы ошо йүнәлештә туҡланғандарҙы борсоуға һалды.
Жанна Самсоноваға 39 йәш була. Тәүҙә ул вегетарианлыҡ юлынан китә. Һуңғы йылдарында тик сей йәшелсә, емеш ашауҙы һайлай. Ҡатын тик емеш-еләк һәм шытҡан көнбағыш һәм һут менән туҡлана. Һыуҙан да ул бөтөнләй баш тартҡан була. Ул күп сәйәхәт итә. Бер нисә йыл Таиландта йәшәй. Социаль селтәрҙәрҙә ошо хаҡта яҙа, бындай туҡланыу рухи үҫеш биреүен белдерә.
Кемдер уны инфекциянан мәрхүмә булған ти. Ә янындағы дуҫтары һуңғы йылдарҙа ҡатындың бик арыу, йонсоу булыуы хаҡында әйтә, "тәне лә балаларҙыҡы кеүек яп-ябыҡ ине" ти улар.
Мәрхүмәнең бик шат күңелле, тормош һөйөүсән булыуын да билдәләйҙәр.