+24 °С
Ямғыр


Синоптиктар фаразына ярашлы, йәйҙең һуңғы айының тәүге көндәре йылы һәм ямғырлы була. Шулай итеп, шишәмбе, 1 августа, ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар, йәшен көтөлә. Ел көнбайыштан талғын, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +11, +16°, көндөҙ +21, +26°.
Шаршамбы, 2 августа, урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуа. Ел төньяҡ-көнбайыштан талғын. Температура төндә +10, +15°, көндөҙ +23, +28°.