Новости
30 Июль 2023, 04:10

Ҡоллоҡтан ҡотҡарылды

Беҙҙең райондан 41 йәштәге һауынсы ҡоллоҡтан ҡотҡарылып, тыуған ауылына, яҡындары янына ҡайтарылды...

Ҡоллоҡтан ҡотҡарылдыҠоллоҡтан ҡотҡарылды
Ҡоллоҡтан ҡотҡарылды

Һауынсы булып эшләп йөрөгән ҡатынға таныш ир күп эш хаҡы булған ергә барырға тәҡдим итә. "Ундла эш хаҡы һинекенә ҡарағанда өс мәртәбә күберәк",-тип өгөтләй ул.

Ҡатын ризалаша. Был ир уға эштең Баймаҡ районында булыуын әйтә. Әммә ҡатын юлға оҙағыраҡ ваҡыт китеүенә иғтибар итә. Шулай ҙа таныш булған кешеһенә ышана. 

Шулай итеп ул Силәбе өлкәһенең ташландыҡ фермаһына барып эләгә. Ҡатын үҙен тыуған яҡтарына ҡайтарыуҙарын һорай. Әммә уға таныш ирҙең һауынсыны уларға һатыуын, шуға күрә юл хаҡын эш менән түләргә кәрәк булыуын, кире осраҡта уға ҡыйын буласағын белдереп, янайҙар. Ҡатын әмәлен табып туғандарына шылтырата. Әммә үҙенең ҡайҙа икәнлеген бөтөнләй белмәй, аңлата алмай. Шуға күрә туғандары ирекмәндәргә мөрәжәғәт итә. Ирекмәндәр ҡатындан эргә-ттирәһендә нимә күренгәнен һөйләүен һорайҙар. Һөҙөмтәлә күмәк көс менән был ферма табыла, тҡатынды унда тотоусылар был ваҡытта унда булмай. Һауынсы тыуған ауылына ҡайтарыла. Уны һатып ебәргән ир ҡулға алынған. 

Осраҡлы кешеләргә, иғландарға ышанмағыҙ. Кемдер ҙур эш хаҡы булған эш тәҡдим итә икән, тәүҙә барыһын да тикшерегеҙ. Имен-сәләмәт булығыҙ!

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас