Новости
30 Июль 2023, 06:55

Икеһе лә һәләк булған

Дуҫын ҡотҡарам тип һыуға ташланған егет тә һәләк була...

Икеһе лә һәләк булғанИкеһе лә һәләк булған
Икеһе лә һәләк булған

Ҡотҡарыусылар Ҡарман һыуһаҡлағысынан ике егеттең тәнен сығарған. Өс егет унда ял итергә бара, кәмәлә йөрөй. Берәүһе һыуға ҡолай. Ул йөҙә белмәгән була. Уны ҡотҡарам тип берәүһе артынан һикерә. Оло бәхетһеҙлеккә ҡаршы егеттәрҙең икәүһе лә һәләк була.

Һыуҙа бик үк һаҡ булығыҙ! Йөҙә белмәһәгеҙ, кәмәлә булһағыҙ ҙа, тәрәнгә йөҙмәгеҙ! 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас