+24 °С
Ямғыр


Башҡортостанда билдәле шағир, драматург Рәмил Ҡол-Дәүләттең 65 йыллығы уңайынан республика шиғыр һөйләү конкурсы иғлан ителде. Конкурсты ойоштороусы — «Башҡортостан» ТРК-ның «Бәхетнамә» программаһы.
Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, конкурсҡа эштәр 20 авгусҡа тиклем ҡабул ителә.
Төп маҡсат — Рәмил Ҡол-Дәүләттең ижадын популярлаштырыу, шағирҙың хәтерен мәңгеләштереүгә йүнәлтелгән саралар үткәреү; нәфис әҙәбиәт уҡыуҙы популярлаштырыу, уҡыусыларҙың аң-белем даирәһен киңәйтеү; шағирҙың ижадын өйрәнеү.
Мәғлүмәтте һәм видеоматериалдарҙы электрон формала yaniliktar@mail.ru электрон почтаһына ебәрергә кәрәк.