+24 °С
Ямғыр


17 июлдән 25 июлгә тиклем район-ҡалала 7 янғын теркәлгән. Был хаҡта район башлығы Фәнис Әминев үткәргән оператив кәңәшмәлә хәбәр ителде.
Беренсе Моҡас янында үлән янып китә. Бәхеткә, уны һүндереп өлгөрәләр һәм ул таралмай.
Баймаҡ ҡалаһында ике мунса янып китә. Икеһендә лә мейескә артыҡ ҡыҙыу яғыу сәбәпсе.
Икенсе Этҡол янында сүп-сарға ут тоҡана. Уны ла һүндереп өлгөрәләр.
Янғынды мәлендә күреҙ һәм һүндереү генә ҙур фажиғәләрҙән һаҡлап ҡалды. Ут менән бер үк һаҡ булығыҙ. Һүндерелмәй ташланған бер төпсөк тә оло ҡазаға килтереүе ихтимал икәнлеген онотмағыҙ!