

Үҙәк майҙанда шахмат һөйөүселәр өсөн ҙур шахмат таҡталары ҡуйылған. Шуны йолҡоп алып ташлап киткәндәр.
Был енәйәтте, уны икенсе төрлө атап та булмай, нисек аңларға һәм аҡларға була? Был мөмкин түгел!
"Әлбиттә, видеокүҙәтеү камералары бар, беҙ был кешеләрҙе билдәләп, закон алдына баҫтырыу өсөн барыһын да эшләйәсәкбеҙ",-тине ҡала биләмәһе башлығы Радмир Иҫәнбаев.
Әммә беҙҙең ҡаланы кемдеңдер ситтән килеп түгел, ә үҙебеҙҙекеләрҙең онтауы йөрәкте әрнетә. Шулай уҡ тағы бер күренеш. Хәҙер ял итеү эскәмйәләре күп ҡуйылған. Уларҙың һәр береһенә сүп-сар йәшниге ҡуйылған. Тик ял итеүселәр ҡыйҙы аяҡ аҫтына йә эскәмйәләр аҫтына ташлап китә. Эскәмйәләрҙе һурып, уларҙы емереп киткән осраҡтар ҙа була.
Ҡасан матурлыҡты ҡәҙерләргә һәм һаҡларға өйрәнербеҙ, яҡташтар?