Новости
23 Июль 2023, 05:05

Фәрештәһе һаҡлағанмы?

Өфөлә бер егет һигеҙенсе ҡаттан ҡолап төшә, машинаны йәмшәйтә һәм үҙе уянмай ҙа...

Фәрештәһе һаҡлағанмы?Фәрештәһе һаҡлағанмы?
Фәрештәһе һаҡлағанмы?

Был хәлдең шаһиты булған ир әле лә һушын йыйып ала алмай. Өфөлә кискеһен ҡайтып килгән урта йәштәрҙәге ир "Нива" машинаһы янында йомарланып ятҡан егетте күреп туҡтап ҡала. МАшинаның йәмшәйеүен күреп, ир егеттең өҫтән ҡолап төшкәнен аңлай. Ул 8-се ҡаттан ҡолаусыға ярҙам кәрәктер, ул һушһыҙ яталыр тип уны ҡарай башлай. Әммә егет ... йоҡлап ятҡан булып сыға. Саҡыртҡан "Ашығыс ярҙам" килеп етә. Улар егетте уятып, машинаға ултырырға саҡыралар. Тегеһе көскә ризалаша, бер ерем дә ауыртмай минең тип белдерә.

Дауаханала егеттең аяҡ-ҡулдары һыҙырылыуы ғына билдәле була. Ул ҡайтарып ебәрелә. Социаль селтәрҙәрҙә кешеләрҙең фекере икегә бүленде. Кемдер "егет имгәнеүен ҡыҙыулыҡ менән белмәй әле" ти, икенселәр "юғары ҡаттан йығылып төшөп, бер ере имгәнмәгән кешеләр булып тора, фәрештәһе ныҡлап һаҡлайҙыр" тип белдерә.

Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ?

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас