+21 °С
Болотло


Ниғәмәт ауылында арҙаҡлы яҡташыбыҙ Исмәғилев Иршат Ибраһим улы йәшәгән йортҡа таҡтаташ ҡуйылды.Уны асыу тантанаһында район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев, райондың милли көрәш федерацияһы рәйесе Илшат Хәмитов, яҡташыбыҙҙың яҡындары, туғандары, бергә эшләгән иптәштәре, уҡыусылары ҡатнашты.
Иршат Ибраһим улы - республикала билдәле көрәшсе, Рәсәйҙең спорт мастеры, Башҡортостандың иң яҡшы тренерҙарының береһе.Ике спорт мастеры, биш мастерлыҡҡа кандидат тәрбиәләй, республикала милли көрәште үҫтереүгә күп көс һала.
Тантана тураһында гәзитебеҙҙең сираттағы һанында уҡырһығыҙ.